-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 13:04

Милли кейем өлгөләре күргәҙмәһе асылды

Республикала "Тамға" халыҡ-ара милли кейем оҫталарының икенсе бәйгеһенә старт бирелде. Ә Башҡортостандың милли музейында ошо көндәрҙә беренсе конкурста еңеүселәрҙең күргәҙмәһе асылды. Ҡатнашыусыларҙы республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне.

Республикала "Тамға" халыҡ-ара милли кейем оҫталарының икенсе бәйгеһенә старт бирелде. Ә Башҡортостандың милли музейында ошо көндәрҙә беренсе конкурста еңеүселәрҙең күргәҙмәһе асылды. Ҡатнашыусыларҙы республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне.
Әсә теле кеүек, һәр халыҡтың милли кейеме лә - уның үҙенсәлеген, мәҙәниәтен, йолаларын билдәләгән бер күренеш ул. Башҡорттарҙың милли кейеме күп төрлө, уның үҙенсәлеген халҡыбыҙҙың йәшәү урыны, традициялары, ырыуы, хатта һөйләше лә билдәләй. Көньяҡ башҡорттарының кейеме көнбайыштан, Ҡурғандыҡы Ырымбурҙан айырыла. Кейемдәге аҫыл таштар, көмөш тиндәр, сылбыр, биҙәүестәр, йәнлек тиреләре элементтар, күн, йөн кеүек тәбиғи материалдар халыҡтың йәшәү рәүешен, кәсебен дә күрһәтә.
Былтыр "Тамға" халыҡ-ара милли кейем оҫталарының тәүге бәйгеһен ойоштороу, халҡыбыҙҙың кейем өлгөләре менән таныштырыу, уның артабанғы үҫеш процессын билдәләү булды. Ул сара ир-егеттәрҙең боронғо милли кейемен тергеҙгән, Ҡурған башҡорттары кейемдәрен тегә белгән, тамбурлап сигеү оҫталығын юғалтмаған белгестәрҙе асыҡланы. Заманса башҡорт милли кейемдәрен тегеү дизайнеры һәм эскиз-һүрәттәр авторы Роза Юлдашбаева был конкурста үҙ командаһы менән бер номинацияла беренсе урын яуланы. Роза ханым ғүмере буйы Өфөнөң билдәле ательеларында дизайнер, эскиздар авторы булып эшләгән. Был юлы ул үҙенең эштәрендә милли кейемдең заманса өлгөләренә мөрәжәғәт иткән. Уның маҡсаты бәрхәт, ебәк кеүек тәбиғи туҡымаларға сигеү өлгөләрен күсереү. Автор билдәләүенсә, ундай оҫталар бер нисәү генә. Улар Балаҡатай районында йәшәй.
-Бына ошо оҫталар менән берлектә беҙ костюм эшләнек. Улар төбәктә - бер-ике генә кеше. Әле уларҙан өйрәнергә була. Ошо кейемдәр коллекцияһын Европаға алып сығырға, күрһәтергә кәрәк ине. Ундай кейемдәр башҡа бер халыҡта ла юҡ. Шуны киләсәктә бер кәсеп итеп таратһаҡ, халыҡтың аҡса эшләү сығанағы булыр ине, тип хыялланам,- тине Роза Юлдашбаева.
Республикала милли кейем өлгөләренә иғтибар арта бара. Быны Республика Башлығы Радий Хәбиров та хуплай. Ул ғына ла түгел, уның тәҡдиме менән эшлекле башҡорт кейемдәре булдырылды, милли костюмдар көнө ойошторола. Киләһе сара апрель айында уҙғарыласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: