-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 11:40

Бөйөк шәхес тураһында шағир һүҙе

Республикабыҙҙың Милли китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады” китабының презентацияһы булып үтте.

Республикабыҙҙың Милли китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады” китабының презентацияһы булып үтте.
Онлайн форматта үткән сара Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторолдо. Унда республиканың төрлө китапхана, белем биреү учреждениелары, мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Нижневартовск ҡалаһынан яҙыусылар берлектәре – барлығы 60 ашыу кеше ҡатнашты. Йыйылыусыларҙы шағирҙың тормош юлдашы Фәриҙә Бикбаева, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин, Ш.Бабич премияһы лауреаттары Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, шағир, журналист һәм тәржемәсе Нурлан Ғәниев, “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева һәм башҡалар сәләмләне.
Зәки Әлибаев белдереүенсә, китапта авторҙың Бабич тураһындағы барлыҡ мәҡәләләре тупланған.
Юлдаш Ураҡсин, китаптарҙы ҡабул итеп алып, Шәйехзада Бабич һәм Рәүил Бикбаев ижады башҡорт әҙәбиәтен иң юғары үрҙәргә күтәргән күренекле шәхестәр, тине.
1960-сы йылдарҙан, үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа башлағандан алып, Р.Бикбаев мәшһүр Бабичтың биографияһын, тормошон тәрәнтен өйрәнеүҙән туҡтамай. Тап уның эҙләнеүҙәре шағирҙың ижади, шул уҡ ваҡытта трагик биографияһының билдәһеҙ биттәрен асырға ярҙам итә.
Читайте нас: