+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 14:30

Юл буйҙарында – ике яңы объект

Юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын төҙөү буйынса тағы ике проект Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттары исемлегенә инде. Улар Өфө һәм Кушнарен райондарында төҙөләсәк.

Юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын төҙөү буйынса тағы ике проект Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттары исемлегенә инде. Улар Өфө һәм Кушнарен райондарында төҙөләсәк.
“ИРБИС-РБ” компанияһы М-5 автомобиль юлында Өфө районы Зубово ауыл советы биләмәһендә юл буйы хеҙмәтләндереүе объекты төҙөү өсөн – 150 миллион, М-7 автомобиль юлында Кушнарен районындағы сервисҡа 250 миллион һум аҡса инвестициялай.
Ике проект та 2021 йылдың 4-се кварталына тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Һәр объектта 30-ар эш урыны булдырыла. Компания Башҡортостанда тағы ла өс проектты бойомға ашыра.
Юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарында күп яғыулыҡлы автозаправка станцияһы, автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы, магазиндар, бәҙрәфтәр урынлаштырыу ниәтләнә. Шулай уҡ еңел һәм йөк машиналары өсөн уңайлы паркингтар ҡаралған. Ял итеү өсөн урындар ҙа планлаштырыла.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: