+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 12:24

Ҡулға алдылар

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев вазифаһын үҙенең мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә. Дәүләт ғәйепләүсеһенең һорауы буйынса, ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров районы суды уны ике айға, йәғни 1 апрелгә тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Тикшереү барышында Рәмзил Күсәрбаев өс балиғ булмаған балаһы мәнфәғәтендә һәм һаулығы буйынса ла үҙен һаҡ аҫтына алмауҙарын үтенде. Әммә суд ҡарары чиновник файҙаһына булманы.
Рәмзил Күсәрбаевты "Башҡортостандың капитал төҙөлөшө идаралығы" етәксеһе булған ваҡытта вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләйҙәр. Унда чиновник Күмертау ҡалаһында төҙөлгән таҙартыу ҡоролмаларын сафҡа индереүгә ҡул ҡуйған. Ғәмәлдә төҙөлөш эштәре еренә еткереп башҡарылмаған булған. Дәүләткә 95 миллион һумлыҡ матди зыян килтерелгән.
Етәксе былтыр декабрь айында ғына республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләнгәйне.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: