Башҡортостанда "Шүлгән-таш" ҡурсаулығына Александр Рюмин исемен биреү хаҡында һорау күтәрелә. Бөгөн был мәсьәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышында тикшерелде. Унда эксперттар, ҡурсаулыҡ вәкилдәре, йәмәғәтселәр һәм хәбәрселәр ҡатнашты.
"Шүлгән-таш"- федераль статуслы республика дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы, Бөрйән районы биләмәләрендә урынлашҡан.
Александр Рюмин иһә билдәле зоолог, мәмерйәне тикшереүсе ғалим булараҡ тәүгеләрҙән булып боронғо һүрәттәрҙе асыҡлаған кеше. Уларға яҡынса 15 мең йыл. Ҡурсаулыҡҡа 50-се йылдарҙа нигеҙ һалынған, ә 1986 йылдан ул Шүлгән-таш мәмерйәһе исемен йөрөтә.
Комиссия ағзалары мәмерйәне археологик һәйкәл генә түгел, ә үҙенсәлекле мәҙәниәт һәйкәле тип атаны. Уның хаҡындағы беренсе мәғлүмәттәр "Урал батыр" эпосында ла телгә алына. Халыҡ уға шуға ла мифик батыр Шүлгән исемен ҡушҡан.
Һис һүҙһеҙ, Александр Рюминдың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, әммә уның исемен башҡа юлдар менән мәңгеләштерергә мөмкин, тигәнерәк фекерҙәр әйтелде ултырышта.
Был тәҡдимден инициаторы, ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косарев, Рюмин исемен Шүлгән-таш мәмерйәһенә түгел, ә ҡурсаулыҡ федераль учреждениеһына бирергә кәрәк тип билдәләгән. Бында республика йәмәғәтселгенең фекере ҙур роль уйнаясаҡ. Әгәр ҙә ризалыҡ булмаһа, уның исемен мәңгеләштереүҙең башҡа альтернатив юлдар эҙләнәсәк, тигән ул. Мәҫәлән, урамға биреү, таҡтаташ асыу һәм башҡалар.
Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы асыҡ рәсми һорау алыуҙар ойоштороу, йәмәғәт тыңлауҙарын үткәреүҙе тәҡдим иткән.
-Мәмерйә һүрәттәрен беренсе асҡан кешенең исеме мәңгеләштереүгә лайыҡлы. Әммә бында йәмәғәтселектең һәм эксперттарҙың фекеренә ҡолау һалыу мөһим. Унан башҡа альтернатив юлдарын да ҡарарға кәрәк, -тине ҡоролтайҙың исполком рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Йәмәғәт фекерен ишетеү өсөн 22 февралгә тиклем ваҡыт бирелгән. Уға тиклем һәр кем ҡурсаулыҡҡа Рюмин исемен биреү-бирмәүгә үҙ тауышын күрһәтә ала.