+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 13:25

Республиканың Матбуғат Агентствоһы эргәһендәге Йәмәғәт советы ағзалары уҡыны

Матбуғат Агентствоһы эргәһендәге Йәмәғәт советы (палатаһы) ағзалары, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһынан Гөлдәриә Йосопова һәм “Благовар яңылыҡтары” гәзитенән Лира Гафарова 18 – 29 ғинуарҙа “Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль ойошмалар эшмәкәрлеге өҫтөнән йәмәғәт контроле нигеҙҙәре” программаһы буйынса уҡыу курсы үтте.

Уны Профсоюз кадрҙары квалификацияһын үҫтереү институты Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы менән берлектә “Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт контроле мәктәбе селтәре” проекты сиктәрендә ойошторҙо.
Уҡыу барышында йәмәғәтселек ағзаларының дәүләт идараһында һәм урындарҙа ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашыу механизмына һәм формаларына талаптар, шулай уҡ Йәмғәт советтарын мәғлүмәт-методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләре өйрәнелде.
РФ Йәмәғәт палатаһы вәкиле Ольга Панчихина, “Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт контроле мәктәбе селтәре” проекты етәксеһе, Профсоюз кадрҙары квалификацияһын үҫтереү институты ректоры Лида Исаргакова, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Салауат Мөсифуллин, Башҡортостан Республикаһы ТКХ Министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесе Гөлнара Ғәбиҙуллина спикер сифатында сығыш яһаны.
Проект сиктәрендә тулы курс үткән Йәмәғәт советы ағзаларына квалификация үҫтереү тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: