+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 15:14

Коронавирус ниндәй осраҡта ҡабаттан йоға?

Ковид инфекцияһын үткәргән кешелә сирҙән һуң барлыҡҡа килгән G иммуноглобулиндары (антиесемдәр) кәмей башлай икән, вирус яңынан йоғорға мөмкин.

Медицина фәндәре докторы, профессор Нәүфәл Заһиҙуллин коронавирустың ниндәй осраҡтарҙа яңынан йоғоуы хаҡында аңлатма бирә. Ковид инфекцияһын үткәргән кешелә сирҙән һуң барлыҡҡа килгән G иммуноглобулиндары (антиесемдәр) кәмей башлай икән, вирус яңынан йоғорға мөмкин. Кешегә эләккән вирустар уның организмындағы антиесемдәрҙән күберәк булған осраҡта ла ҡабаттан ауырып китеүе ихтимал.
"Коронавирустан һауыҡҡандан һуң ваҡыт үткән һайын сир йоҡтороу хәүефе лә арта бара", – ти табип.
Ул шулай уҡ ковид вирусының яңы штамдары килеп сығыу ҡурҡынысы булыуын да билдәләй. Мәҫәлән, Британияла уның яңы төрөн йоҡтороусылар күп. Шул уҡ ваҡытта, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, коронавирустың яңы штамы тыуҙырған инфекция уға тиклемгеһенә ҡарағанда еңелерәк үтә икән.
Яһил сирҙе йәнә йоҡтормаҫ өсөн, Нәүфәл Заһиҙуллин ике кәңәш бирә – битлек кейеп йөрөргә һәм прививка яһатырға. Бер сара ла кешегә башҡаса ковид эләкмәйәсәгенә 100 процент гарантия бирә алмай, ләкин инфекция ҡабаттан йоҡҡан хәлдә уны күпкә еңелерәк үткәрергә ярҙам итә.
“Башинформ” яҙмаһы буйынса әҙерләнде.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: