+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 14:28

Өфө юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу проблемаһын хәл итә

Өфөнө ҡар баҫты. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте кешеләрҙән интерактив картаға килгән бихисап мөрәжәғәте тикшерә. Билдәле булыуынса, " Ҡарлы Өфө" тигән интереактив карта үткән аҙнала эшләй башланы.

Өфөнө ҡар баҫты. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте кешеләрҙән интерактив картаға килгән бихисап мөрәжәғәте тикшерә. Билдәле булыуынса, " Ҡарлы Өфө" тигән интереактив карта үткән аҙнала эшләй башланы.
27 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем унда 1500 ғариза ҡалдырылған. Уларҙың һәр береһе шәхсән рәүештә, проблемалы урындың үҙенсәлеген иҫәпкә алып ҡарала.
Башлыса мөрәжәғәттәрҙең күбеһе урамдарҙы, квартал-ара юлдарҙы, тротуар, туҡталыштарҙы ҡар баҫыу һәм уларҙы таҙартыу проблемаларына ҡағыла.
Бөгөнгә ғаризаларҙың күбеһе коммуналь хеҙмәттәр тарафынан оператив хәл ителгән. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр бының ыңғай яғын билдәләгән.
-Кисә генә интерактив картаға ғариза ҡалдырҙым. Бөгөн был урында ике трактор, хеҙмәткәрҙәр эшкә тотонған,- тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.
"Ҡарлы Өфө" тигән интерактив картаның һылтанмаһы ҡала округы сайтында, карта бүлегендә урынлашҡан. Унда ғаризалар ҡалдырырға мөмкин. Мөрәжәғәт оператив ҡаралһын өсөн ваҡиға урынынан фото һәм юл картаһын һалыу ҙур ярҙам итәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: