+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 20:06

Аҙыҡ-түлек етештереү – мөһим мәсьәләләрҙең береһе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Ауыл сәғәте” онлайн-кәңәшмәһендә республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫеше хаҡында һөйләштеләр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Ауыл сәғәте” онлайн-кәңәшмәһендә республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫеше хаҡында һөйләштеләр.
Вице-премьер – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов 2021 йылдан 2026 йылға тиклем эшкәртеү тармағын үҫтереү концепцияһын тәҡдим итте.
Документҡа ярашлы, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү менән шөғөлләнгән барлыҡ хужалыҡ субъекттарына (ауыл хужалығы предприятиелары, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, кооперативтар, шәхси эшҡыуарҙар) бюджеттан субсидия рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк.
Вице-премьер әйтеүенсә, Башҡортостан Волга буйы федераль округында ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса алға сыҡһын өсөн уны ике тапҡырға, йәғни 200 миллиард һумға арттырырға кәрәк.
Документта дәүләт ярҙамы саралары иҫәбенә сеймал, техника һәм ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, эшкәртеү кооперативтары булдырыуға 14 миллион һумға тиклем гранттар биреү индерелә.
Республиканың эшкәртеү предприятиелары етәкселәре ниәттәре менән уртаҡлашты. Бөрө эшҡыуары Лилиә Байдимирова билмән һәм ит продукцияһы етештерә. Ул ассортиментты арттырыуҙы, республика ҡалаларында яңы фирма магазиндары асыуҙы планлаштыра. Шишмә һөт заводы директоры Руслан Хәмитов предприятиеның эшен арттырыу, әҙер продукцияны республика һәм күрше өлкәләргә таратыу мөмкинлеген ҡарай. “Экопрод” кооперативы рәйесе Вилена Иҙиәтуллина Шишмә районында йылҡы итенән деликатестар етештереү өсөн 2,7 миллион һум грант алған. Ул “Магнит”магазиндары селтәре менән хеҙмәттәшлек итә.
“Ауыл сәғәте”ндә ҡатнашыусылар Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә аҙыҡ-түлек өлкәһендә сәнәғәт эшкәртеү кластеры проекты булдырыу хаҡында ла һөйләште. Һүҙ Черниковка менән Инорс биҫтәләре араһында 300 гектар майҙанда яңы етештереү урындары булдырыу һәм уңайлы йәрминкә майҙаны ойоштороу тураһында бара.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: