+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 21:10

65 сырхау ауыр хәлдә

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 25 меңгә етеп килә. Тәүлек эсендә 167 ауырыу өҫтәлгән. Дауаханалағы 408 сырхауҙың 65-е ауыр хәлдә.

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 25 меңгә етеп килә. 3 февралгә ҡарата улар 24 744 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 167 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Әле дауаханаларҙа 408 сырхау COVID-19-ға ҡаршы көрәшә. Ауыр хәлдәге 65-е – реанимацияла, 17-һен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Инфекцияға ныҡ бирешмәүсе 5 383 кеше табип тәғәйенләгән дауаны өйөндә ала.
Аҙаҡҡы тәүлектә 157 кеше, коронавирустан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Йәмғеһе 18 760 яҡташыбыҙ унан һауығыуға өлгәшкән.
Вирус аяуһыҙ: йәнә өс ауырыуҙың ғүмерен өҙгән. Республикала COVID-19-ҙан өҙлөгөүҙәр арҡаһында донъя ҡуйыусылар 193 булып китте.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 154 кешегә ҡуйылған, был сирҙән һауығыусылар – 320.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: