-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 17:56

Ватанды һаҡлаусылар байрамында өс көн ял

Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләү уңайынан февралдә 6 көнлөк эш аҙнаһы көтөлә. Йәғни 20 февралдә 22-һе өсөн эшләргә тура киләсәк. Уның ҡарауы, 21,22, 23 февраль – ял көндәре тип иҫәпләнә.

Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләү уңайынан февралдә 6 көнлөк эш аҙнаһы көтөлә. Йәғни 20 февралдә 22-һе өсөн эшләргә тура киләсәк. Уның ҡарауы, 21,22, 23 февраль – ял көндәре тип иҫәпләнә.
Быйыл 23 февраль шишәмбегә тура килә. Уның алдынан Рәсәй халҡын 6 көнлөк эҙ аҙнаһы көтә. Шәмбе, 20 февраль, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. А байрамдан һуңғы эш аҙнаһы ни бары өсөн көн генә дауам итәсәк.
Тарихтан күренеүенсә, Ватанды һаҡлаусылар көнө бер нисә исем алыштырған. Башта уны - Ҡыҙыл армия, һуңынан Совет армияһы һәм Хәрби һауа флоты көнө тип билдәләгәндәр.
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң ул бөтөнләй онотола. Ҡайтанан ир-егеттәр байрамы 1993 йылда тергеҙелә. Рәсәйҙең ул ваҡыттағы Президенты Борис Ельциндың ҡушыуы буйынса ҡайтарылған байрамды Ватанды һаҡлаусылар көнө тип атайҙар. Һуңынан Дәүләт Думаһы байрамға мөһимлек статусы биреү маҡсатында, тарихта тәүге тапҡыр 23 февралде ял көнө тип иғлан итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: