+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 11:35

Тәүге Президентты иҫкә алғанда

Кисә, 1 февралдә, Рәсәй Федерацияһының тәүге Президенты Борис Ельциндың тыуыуына 90 йыл тулды.

Кисә, 1 февралдә, Рәсәй Федерацияһының тәүге Президенты Борис Ельциндың тыуыуына 90 йыл тулды.
Ул 1931 йылда хәҙерге Свердловск өлкәһендә донъяға килә. Урал политехник институтын төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай. 1968 йылға тиклем ошо тармаҡта эшләй, мастерҙан торлаҡ төҙөлөшө комбинаты директорына тиклем үрләй. Артабан партия эшенә күсә. 1976 йылда Свердловск өлкә комитетының 1-се секретары вазифаһына тиклем күтәрелә. 1985 йылда Мәскәүгә, Үҙәк Комитетҡа, алалар. 1990 йылда РСФСР-ҙың Юғары Советы рәйесе итеп һайлана. Уның башланғысында шул уҡ йылдың 12 июнендә Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә. Ә 12 июлдә, КПСС-тың XXVIII съезында, Ельцин коммунистар партияһынан сығыуы тураһында иғлан итә.
1991 йылдың 10 июленән 1999 йылдың 31 декабренә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президенты була.
Вафат булған көнө – 2007 йылдың 23 апреле.
Борис Ельцин тарихҡа реформатор, Чечен һуғышын башлаған, илде көрсөккә алып килеп терәгән ил башлағы булып инде. Шуға халыҡта уға ҡараш төрлөсә.
Тәүге Президенттың тыуыуына 90 йыл айҡанлы дәүләтебеҙҙең бөгөнгө етәксеһе Владимир Путин Борис Ельциндың ҡәберенә сәскәләр һалды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: