Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 20:55

Ковидҡа ҡаршы ҙур партия вакцина килгән

Кисә республикаға “Гам-КОВИД-Вак” препаратының сираттағы, 18 900 дозанан торған иң ҙур партияһы килгән.

Кисә республикаға “Гам-КОВИД-Вак” препаратының сираттағы, 18 900 дозанан торған иң ҙур партияһы килгән. Был турала коронавирусҡа ҡағылышлы мәсьәләләргә арналған брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша сиратҡа индерелгән бөтә кешеләр ҙә вакцинацияға саҡырыласаҡ”, – тип билдәләне министр. Ул коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, “Табипҡа” ҡушымтаһы һәм 13-01 йәки 122 телефондары аша, йә булмаһа Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә (тел. 2-18-19-19) шылтыратып яҙылырға мөмкин икәнен өҫтәне.
2 февралгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 24 577-кә еткән. Үткән тәүлектә инфекция 165 кешелә асыҡланған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 402 ауырыу ята. Шуларҙың 64-е ауыр хәлдә, 15-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Сирҙе еңел үткәреүсе 5 382 сырхау өйөндә дауалана.
Аҙаҡҡы тәүлектә был мәкерле ауырыуҙан 162 кеше һауыҡҡан. Пандемия башланғандан алып 18 603 яҡташыбыҙ сәләмәтләнгән. Тәүлек эсендә вирус ике сырхауҙың ғүмерен өҙгән.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: