0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 13:45

Өфө – Ырымбур трассаһында ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде

Көслө ҡар яуыу сәбәпле, Өфөгә йөк машиналары инеүе тыйылды. Шулай уҡ Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Көслө ҡар яуыу сәбәпле, Өфөгә йөк машиналары инеүе тыйылды. Шулай уҡ Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Атап әйткәндә, 2 февралдә иртәнге сәғәт 10-дан автомобиль юлының 1194 саҡрымынан 1548 саҡрымына тиклем ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде. «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, сикләү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-ға тиклем ғәмәлдә, оҙайтылыуы ла ихтимал.
Ошондай сикләү индереүгә һауа торошо – ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ сәбәпсе булды.
Читайте нас: