Бөгөн оператив кәңәшмә барышында республикабыҙҙың баш ҡалаһында урамдарҙы йүнәтеү тураһында һөйләштеләр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов 2021 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты һәм Башҡортостан Республикаһының территориаль заказы сиктәрендә йүнәтеләсәк объекттарҙы атаны.
Быйыл милли проект буйынса 19 саҡрым оҙонлоҡта туғыҙ юл участкаһын ремонтларға ниәтләйҙәр. Бына ул урамдар: Әрмән, Ветошников, Утлауыҡ (Выгонная), Николай Дмитриев, Район, Эшселәр, Ухтомский урамдары, Алексеевский һәм Нуғай шосселары. Өфө – Нуғай автомобиль юлында ремонт эштәре 2020 йылда башланғайны, 2021 йылда тамамланасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының территориаль заказы буйынса 17,7 саҡрым оҙонлоҡта дүрт объект ремонтланасаҡ. Улар – Менделеев, Юбилей, Кислород урамдары, Черкассы – Сыбаръяҙ (Чуварез) – Покровка автомобиль юлы.
Ҡалала алдағы йылдарҙа йүнәтелә башлаған урамдарҙа ла эштәр дауам итәсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.