-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 22:16

Батарейкаларҙы махсус контейнерға һалығыҙ!

“Экохәстәрлек” мәктәп проекты 2020 йылдың 5 июнендә – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм Эколог көндәрендә – башланғыс алды һәм уҡыусыларға экологик һәм тәбиғи-фәнни белем биреү стратегик платформаһына әүерелде. Рәсәйҙең 30 ҡалаһының өс мең мәктәбенән балалар 425100 батарейка йыйған, уларҙың дөйөм ауырлығы 10,6 тонна тәшкил иткән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Экохәстәрлек” мәктәп проекты 2020 йылдың 5 июнендә – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм Эколог көндәрендә – башланғыс алды һәм уҡыусыларға экологик һәм тәбиғи-фәнни белем биреү стратегик платформаһына әүерелде. Рәсәйҙең 30 ҡалаһының өс мең мәктәбенән балалар 425100 батарейка йыйған, уларҙың дөйөм ауырлығы 10,6 тонна тәшкил иткән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан проектты тормошҡа ашырыуҙа тәүгеләрҙән булды. Мәҫәлән, Өфөнөң 44-се полилингваль күп профилле мәктәбендә батарейкалар йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҡуйылған. Балалар уларҙың тирә-яҡ мөхиткә зарар килтергәнен белә.
Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары Өфө, Октябрьский һәм Бәләбәй районы мәктәптәренә батарейкалар йыйыу өсөн 200 экобокс тапшырған. Проект сиктәрендә Өфөлә “Батарейкалар йыйыу аҙналығы – 2020” экологик акцияһы үтте. “Лента” гипермаркеты эргәһендә Duracell компанияһынан махсус контейнер ҡуйылған. Ҡала халҡы, предприятиелар һәм ойошмалар акцияла әүҙем ҡатнашҡан һәм эшкәртеүгә өс тонна самаһы батарейка тапшырған.
Февраль башында “Экохәстәрлек” йөк машинаһы батарейкаларҙың тәүге партияһын Силәбегә, “Мегаполисресурс” компаниялар төркөмөнә алып китә.
Проект “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в