Башҡортостан Башлығы грантына Өфөнөң 44-се һанлы “Полилингваль күп тармаҡлы мәктәбе” базаһында, “Башҡортостан, һөйлә!” тигән проект тормошҡа ашырылған. Был проект бер нисә милли һәм сит тел белгән 5-11 класс уҡыусыларының полилингваль белемен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Ошо проект сиктәрендә уҡыусыларға “Иҙел” олимпиадаһы үткәрелде. Уның йомғаҡтары буйынса балаларға тел лагерҙарына барыу мөмкинлеген биреү, ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр араһында ирекмәндәр активын төҙөү күҙ уңында тотола.
Олимпиада ике этапта уҙғарылды. Уның тәүгеһе Олимпиада сайтында дистанцион ҡатнашыу булһа, икенсе этабы 44-һанлы мәктәптә үтте. Беренсе этапта уҡыусылар үҙҙәре белгән телдә күнекмә башҡарҙы. Улар рус, милли һәм сит телдәрҙә бирелде.
Олимпиаданың иткенсе этабы “Ток-шоу” мәғариф проекты форматында, 9-11 һәм 5-8 кластар өсөн ике этапта айырым уҙғарылды. Унда тәүге этапты уңышлы үткән балалар ҡатнашты. Уҡыусылар үҙҙәренең проекттарын төрлө телдәрҙә яҡланы, жюри ағзалары менән аралашты.
Олимпиаданың приз фонды - 4 кеше өсөн тел өйрәнеү лагерына путевка. 9 еңеүсегә МГИМО-ның сит телдәр өйрәнеү курсында бушлай инглиз телен камиллаштырыу мөмкинлеге бирелә, 12 призер - инглиз теле буйынса халыҡ-ара имтиханда бушлай ҡатнашыу хоҡуғы, 7 призер МГИМО уҡытыусыларынан уҡыу әсбаптәре аласаҡ.
Йыл дауамында еңеүсе балалар менән осрашыуҙар, мастер-кластар планлаштырылған.