+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 15:08

Һаулыҡ һаҡлауҙа – мөһим төҙөлөштәр осоро

2021-2023 йылдарҙа Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә дөйөм суммаһы 13,6 миллиард һумлыҡ һигеҙ һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк.

2021 йылда Өфөлә Республика балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәген төҙөй башлаясаҡтар. Объект Республика балалар клиник дауаханаһы территорияһында урынлашасаҡ. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов хәбәр итте.
2021-2023 йылдарҙа Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә дөйөм суммаһы 13,6 миллиард һумлыҡ һигеҙ һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк.
“Был маҡсатта быйыл 4,79 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 1,847 миллиард һумы – федераль бюджеттан”, – тип әйтеп үтте ул.
Артем Ковшов ике объектты – Бөрө ҡалаһындағы һәм Саҡмағош ауылындағы поликлиникаларҙы 2021 йыл аҙағында уҡ сафҡа индереү планлаштырылыуын билдәләне.
Бынан тыш, быйыл Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы һала башлаясаҡтар.
2022 йылда Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-сы дауахана поликлиникаһы, Учалы ҡала дауаханаһының хирургия корпусы, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһы бинаһы, шулай уҡ Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы төҙөлөп бөтәсәк.
Артем Ковшов әйтеүенсә, 2021 йылда 61 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөүҙе индереү иҫәбенә Республика адреслы инвестиция программаһының дөйөм күләмен арттырыу көтөлә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: