+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 18:10

Һыйыр өс быҙау килтергән

Дыуан районы Мәтәүле ауылында йәшәгән Голосовтарҙың Зорька ҡушаматлы һыйыры бер юлы өс быҙау килтергән.

Дыуан районы Мәтәүле ауылында йәшәгән Голосовтарҙың Зорька ҡушаматлы һыйыры бер юлы өс быҙау килтергән.
Анастасия менән Иван Голосовтар алты йыл элек был ауылға Өфөнән күсеп килгән. Мал тотоп, үҙ хужалыҡтары менән йәшәйҙәр. Дүрт һыйыр, ат ҡарайҙар, умарта үрсетәләр.
Ветеринар белгестәр билдәләүенсә, һыйырҙың өс быҙау килтереүе – бик һирәк күренеш. Быҙауҙар ҙа, һыйыр ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя икән. Улар йылы кәртәлә тора.
Голосовтар артыҡ һөттө урындағы кооперативҡа тапшыра. Шул уҡ ваҡытта һыйыр майы эшләү өсөн ҡорамал һатып алырға уйлайҙар, бынан тыш, киләсәктә фермер хужалығы булараҡ теркәлергә тигән хыялдары ла бар.
Ғаиләһендә өс бала үҫә: ике ҡыҙ һәм бер малай.
Читайте нас: