+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 12:29

Юлдаш йыры - 2020

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел. "Башҡортостан" концерт залында үткән ял көндәрендә "Юлдаш йыры - 2020" асыҡ республика йырсылар конкурсы тамамланды. Гран-при Күгәрсен районына китте.

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел. "Башҡортостан" концерт залында үткән ял көндәрендә "Юлдаш йыры - 2020" асыҡ республика йырсылар конкурсы тамамланды. Гран-при Күгәрсен районына китте.
Йыл һайын үткәрелеп килгән сара быйыл да яңы исемдәр асты. Конкурста йәш арауығы сикләнмәгән. Унда өлкән йәштәге кешеләр ҙә ҡатнаша ала. "Юлдаш йыры" - ғүмере буйы ҙур сәхнә хаҡында хыялланған, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында уны кисектереп килгән ижади кешеләр өсөн бер мөмкинлек ул. Был бәйгене йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы шәхсән үҙе ойоштороп үткәрә. Бәйгеселәрҙе Юлдаш радиоһы аша тыңлау мөмкинлеге лә бар.
Быйылғы конкурста Гран-прины Күгәрсен районынан Нәғим Нуриманов яуланы. Ул был көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә бихисап ҡотлауҙар ҡабул итте.
Финалға сыҡҡан башҡа һәүәҫкәрҙәрҙең береһе лә урынһыҙ ҡалманы. Улар төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы. "Тамашасы һөйөүе" тигән номинация өсөн интернетта тауыш бирелде. Унда финалға сыҡҡан өс йырсы араһында, Хәйбулла ҡыҙы, һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы, әле күсемһеҙ милек агенты булып эшләгән Сажидә Игебаева еңеү яуланы.
Фото каналдың сәхифәһенән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: