-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 22:59

RDF яғыулыҡ етештереләсәк

Стәрлетамаҡта “Мохит-СТР” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырыу һәм эшкәртеү заводында республикала беренсе RDF яғыулыҡ етештерелә башлаған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡта “Мохит-СТР” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырыу һәм эшкәртеү заводында республикала беренсе RDF яғыулыҡ етештерелә башлаған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был альтернатив яғыулыҡ төрөн юғары температура талап ителгән бөтә сәнәғәт предприятиеларында ла ҡулланыу урынлы, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙан эшләнгән RDF яғыулыҡ донъяла күптән ҡулланыла. Швецияла бындай яғыулыҡ эшләр өсөн ҡалдыҡтар хатта һатып алына. RDF яғыулыҡ ҡаҙанлыҡтарҙа, цемент етештереүҙә ҡулланыла.
– Әле беҙ ҡоролмаларҙы ҡуйҙыҡ, газды RDF яғыулыҡҡа алмаштырған сифатлы рецептура булдырҙыҡ. Был ресурстарҙы экономияларға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ “Экология” милли проекты программаһын үтәйәсәкбеҙ. Бындай комплекслы эшкәртеү һөҙөмтәһендә сүп-сарҙың 30 проценты ғына ергә күмеләсәк, ҡалғаны ҡайтанан эшкәртелеп тотоноласаҡ, – ти “Вториндустрия”, “Мохит-СТР” ойошмалары проекттары етәксеһе Айрат Максадов.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы хуплай. Республика предприятиеларында экологик технологияларҙы индереү “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проекты күрһәткестәренә етергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, RDF яғыулыҡ етештереү пластик пакеттарҙы утилләштереү мәсьәләһен хәл итәсәк.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: