+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 16:57

Коронавирус йоҡтороусылар 24 меңдән артты

1 февраль мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 24 412 тәшкил итә. Сиргә тарыусыларҙың 75,5 проценты – 18 441-е һауыҡҡан.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡағылышлы һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
1 февралгә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 24 412 тәшкил итә. Үткән тәүлектә инфекция 165 ауырыуҙа раҫланған. Сиргә тарыусыларҙың 75,5 проценты – 18 441-е һауыҡҡан.
Бөгөнгө көндә коронавирус менән ауырыусы 414 яҡташыбыҙ дауаханала ята. Шуларҙың 57-һе – интенсив терапия һәм реанимация бүлегендә. 5 370 сырхау, сирҙе сағыштырмаса еңел кисергәнгә күрә, амбулатор шарттарҙа дауалана. Министр коронавирустан өйҙә дауаланыусылар өсөн дарыуҙарға федераль бюджеттан тағы 66,9 миллион һум аҡса бүленеүен әйтеп китте.
Максим Забелин билдәләүенсә, ковид-ауырыуҙар өсөн дауаханаларҙа булдырылған койкалар һанын кәметеү дауам итә. Мәҫәлән, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы үҙ йүнәлеше буйынса планлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡайтҡан. Салауат һәм Октябрьский ҡалаларындағы йоғошло сирҙәр үҙәктәре ябылған. “Кәрәк була ҡалһа, 24-48 сәғәт эсендә беҙ уларҙы яңынан асып, ковид-ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙалана алабыҙ”, – тине министр.
Ул шулай уҡ вакцинация мәсьәләһенә айырым туҡталып үтте. Әлеге мәлдә республикаға коронавирусҡа ҡаршы 20 142 доза вакцина килгән. Уның тәүге компоненты 14 меңдән ашыу кешегә яһалған. Бөгөн-иртәгә Башҡортостанға йәнә 14 мең доза “Гам-Ковид-Вак” препараты киләсәк. Февраль айында республика йәмғеһе 100 мең дозаға яҡын вакцина аласаҡ.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: