Республика Хөкүмәтенең яуаплы вазифалы етәкселәре билдәләүенсә, һауа температураһына ярашлы, декабрҙә түләүҙәр 42 проценттан артмаҫҡа тейеш ине. “БашРТС” мәғлүмәттәре буйынса, компания йылы биргән 474 мең фатирҙың 310 меңендә, йәғни 5 мең 600 йортта, был күрһәткес юғары булған. Быға йылытыу системаһының һәм үлсәү приборҙарының төҙөк булмауы килтергән.