+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2021, 21:32

БР Милли музейы – мобиль ҡушымтала

“Артефакт” мобиль ҡушымтаһында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм уның өс филиалы: Аксаков ғаиләһе музейы (Бәләбәй районы Надеждино ауылы), Дүртөйлө һәм Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары бар.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Артефакт” мобиль ҡушымтаһында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм уның өс филиалы: Аксаков ғаиләһе музейы (Бәләбәй районы Надеждино ауылы), Дүртөйлө һәм Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары бар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2020 йылда БР Милли музейының өс филиалы “Артефакт” РФ Музей фонды платформаһында өҫтәмә ысынбарлыҡ мультимедиа-гидтары булдырыуға конкурсы еңеүселәре булды. Бәйгеләр “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мөхит” федераль проекты сиктәрендә үткәрелгән.
Мобиль ҡушымтала һәр музейҙан 40-ар экспонат күрһәтелгән. БР Милли музейы һәм Дүртөйлө тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы даими экспозициянан иң ҡыҙыҡлы экспонаттарын күрһәтә. Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди мәҙәниәте” залы экспонаттарын, Аксаковтар ғаиләһе музейы “Аксаковтар ғаиләһе музейының ҙур ҡунаҡ бүлмәһе” залы экспонаттарын тәҡдим итә.
“Артефакт” ҡушымтаһында был экспонаттарҙы “эҙләү” юлында музей исемен баҫып табып була. Һәр музей экспонаты хаҡында мәғлүмәт был предмет тураһында профессиональ мәҡәлә, аудиогидтан тора, өҫтәлмә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә бирелгән.
Был мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн смартфон йәки планшетҡа “Google Play Market”та йәки “Apple Store”ла “Артефакт” мобиль ҡушымтаһын ҡуйырға, ул ҡушымтаны ебәрергә, файлдар йыйылмаһын тейәргә һәм камераһын музей залындағы экспонатҡа (йәки экспонат аҫтындағы QR-кодҡа) ҡорорға кәрәк.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Артефакт” ҡушымтаһы, интернет селтәренән мәғлүмәт эҙләмәй, экскурсоводтарҙан тыш музейҙарҙың экспонаттарын һәм экспозицияларын өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: