Йылылыҡ өсөн түләү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу, подъездарҙы ремонтлау, 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә әҙерлек һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылған һорауҙарға яуап алырға мөмкин буласаҡ. Осрашыуҙарҙа муниципалитет, идарасы компаниялар, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар вәкилдәре һәм башҡа белгестәр ҡатнаша.
Осрашыуҙар, санитар-эпидимиологик талаптарҙы иҫәпкә алып, ковидҡа ҡаршы көрәш инспекторҙары күҙәтеүе аҫтында үтәсәк.