+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2021, 03:09

Балаларға байрам бүләк иттеләр

Борай ауылында үткән Елдәк ырыуы йыйыны сиктәрендә “Аҡбуҙат” журналы һәм “Тамыр” телеканалы балалар менән осрашыуҙар уҙғарҙы.

Борай ауылында үткән Елдәк ырыуы йыйыны сиктәрендә “Аҡбуҙат” журналы һәм “Тамыр” телеканалы балалар менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Балаларға ырыуҙар тарихын һөйләнеләр, милли кейемдәрҙә фотосессия ойошторҙолар, “Нурбостан” мульфильмын күрһәттеләр.
"Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан Борай районының "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында баҫманың исем туйы булып үтте. Баш мөхәррир Лариса Абдуллинаның журнал хаҡында һөйләүен сабыйҙар бик ҡыҙыҡһынып тыңланы. Бәләкәстәр рәссам Артур Вәсилов үткәргән оҫталыҡ дәресендә ҙур ихласлыҡ менән Аҡбуҙат һүрәтен төшөрөргә өйрәнде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр, баҫманың комикстар йыйынтығы, башҡорт телендә балалар китаптары тапшырылды. Кескәйҙәр ижад иткән һәр һүрәт журнал сайтында баҫылып сығасаҡ. Баҡсаға йөрөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар шиғыр һөйләргә лә ярата икән. Уларҙың видеояҙмалары шулай уҡ сайтта, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә урын аласаҡ.
Балалар баҡсаһында башҡорт милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе лә бик йәнле уҙҙы. Уны "Аҡбуҙат" журналы менән берлектә Республика халыҡ үҙәге ойошторҙо. Баҡса мөдире Илмира Сәмиғуллина һуңғы йылдарҙа ата-әсәләрҙә милли кейем менән ҡыҙыҡһыныу артыуын билдәләй. Сарала әсәйҙәр, хатта бер өләсәй ҙә ҡатнашты. Ҡул эштәре оҫтаһы Гөлнара Шафиҡова кескәй башҡорттоң милли кейеме тураһында ентекле мәғлүмәт еткерҙе.
Был матур көн бәләкәстәргә лә, өлкәндәргә лә ҡабатланмаҫ байрам ҡыуанысы бүләк итте.
Фото “Аҡбуҙат” журналы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: