+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 20:12

Заманса йәрминкәләр ҡайҙа үтер?

Башҡортостанда Йәрминкә эшмәкәрлеген үҫтереүҙең концепцияһы эшләнгән. Ул республиканың сауҙа инфраструктураһы үҫешен өс йүнәлештә алып барыуҙы күҙ уңында тота: “Йәрминкә майҙансыҡтары”, “Берәмләп һатыу баҙарҙары”, “Стационар булмаған сауҙа объекттары”.

Башҡортостанда Йәрминкә эшмәкәрлеген үҫтереүҙең концепцияһы эшләнгән. Ул республиканың сауҙа инфраструктураһы үҫешен өс йүнәлештә алып барыуҙы күҙ уңында тота: “Йәрминкә майҙансыҡтары”, “Берәмләп һатыу баҙарҙары”, “Стационар булмаған сауҙа объекттары”.
– Яңы концепцияны тормошҡа ашырыу халыҡты республикала етештерелгән тәбиғи продукция менән иң ҡулай хаҡ буйынса тәьмин итергә, йәрминкәлә ҡатнашыусылар эше өсөн уңайлы шарттар булдырырға, йәрминкә үткәрелгән ерҙәрҙе урындағы халыҡ өсөн дә, ҡунаҡтар өсөн дә уңайлы итеп ойошторорға мөмкинлек бирәсәк,– ти БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Пилот проекты Өфөнөң Дим районында эшләй башлаған. Сауҙа павильондары Хәҡиҡәт урамы, 24А адресы буйынса урынлашҡан. Ул кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Етештереүселәр һатып бөтмәгән әйберҙәрен ҡалдырһын өсөн һыуытҡыс камералары ла бар. Йәрминкәнең ябыҡ булыуы йыл әйләнәһенә эшләргә мөмкинлек бирә, һауа торошо ла ҡамасау була алмай.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекамск, Октябрьский ҡалаларында ла ошондай майҙансыҡтар эшләү ҡаралған. Әле яңы йәрминкә комплекстары өсөн ер участкалары һайлана, проект эштәре бара.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле Башҡортостан Республикаһында йәрминкә саралары уҙғарыу өсөн 321 майҙансыҡ эшләй, уларҙа 16 675 сауҙа урыны бар. Был майҙансыҡтарҙың 149-ында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә, уларҙа 8766 сауҙа урыны бүленә.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: