+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 15:02

Ял көндәрендә студенттар байрамы һәм интернетһыҙ бер көн буласаҡ

Башҡортостанда 31 ғинуарҙа Рәсәй студенттар һәм халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байтаҡ саралар үтә. Өфөлә дөйөм мәҙәни һәм спорт сараларына түләүһеҙ инеү мөмкинлеге бар.

Башҡортостанда 31 ғинуарҙа Рәсәй студенттар һәм халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналған байтаҡ саралар үтә. Өфөлә дөйөм мәҙәни һәм спорт сараларына түләүһеҙ инеү мөмкинлеге бар.
Өфө ҡалаһы тарихи музейы, В.И Ленидың йорт-музейы, Өфө ҡала планетарийы, шулай уҡ йәш тамашасы театрында үткән спектаклде бушлай ҡарарға була.
Шулай уҡ студент билеты менән республика хәрби-дан, милли, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейҙарына түләүһеҙ инергә мөмкин.
Был көндәрҙә боҙ һырғалаҡтары ла бушлай хеҙмәтләндерәсәк. Якутов исемендәге паркта коньки прокаты ташлама менән эшләй, боҙҙа бушлай шыуырға мөмкин.
Байрам саралары уңайынан Рус дәүләт академия театры бинаһы алдында ҙур концерт программаһы көтөлә. Унда башҡорт эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Ҡунаҡ - Элвин Грей. Тамаша 12 сәғәттә башлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: