Бөгөн Ҡурған башҡорттары менән онлайн форматта башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғарылды. Был традицион сара уҙған йылдан алып дауам итә һәм ул быйыл да башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе урап сығырға тейеш. Осрашыуҙар Ырымбурҙа, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Мансы автономиялы округта билдәләнгән.
Унда яҡтарҙың мәҙәниәт, мәғариф идаралыҡтары белгестәре, урындағы ҡоролтай ағзалары, йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр комитеты, крайҙы өйрәнеүселәр ҡатнаша.
Башҡортостан яғынан милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәренә бөгөн ҙур ярҙам күрһәтелә. Был иһә уҡыу әсбаптары, дәүләт символикалары, милли костюмдар, музыка ҡоралдары менән тәьминиәткә ҡағыла. Башҡорт телендә белем алыу, йәкшәмбе мәктәптәрен асыу, башҡорт кабинеттарын йыһазландырыу, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫтахана дәрестәрен үткәреүгә һуңғы йылдарҙа айырыуса ҙур иғтибар күрһәтелде. Шулай уҡ урындағы башҡорттарҙың шәжәрәһен төҙөү өсөн Башҡортостан архивы хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Ҡурған өлкәһендә бөгөн 12 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Башҡорттарҙың ҙур өлөшө Сафакүль һәм Әлмән районында төпләнгән. Элегерәк был һан тағы ла юғарыраҡ булған, әммә кешеләрҙең ҡырға эшкә китеүе арҡаһында милләттәштәребеҙ һаны төбәктә кәмей бара. Башлыса, башҡорт халҡы ауылда көн итә. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың күпләп ҡалаға, Ҡурғанға күсеүе күҙәтелә. Был саранан билдәле булыуынса, Ҡурғандың бер мәктәбендә лә туған тел өйрәнеү мөмкинлеге юҡ. Быны иһә республика ата-әсәләр комитеты Ҡурған ата-әсәләләре менән осрашыуҙа асыҡлаған.
Әлеге көндә өлкәнең Сафакүль районының өс мәктәбендә белем алыусы башҡорт балалары әсә телен өйрәнә.
Былтыр Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһенең мәғариф министрлыҡтары араһында саралар планы хаҡында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, башҡорт телендә белем алған балалар һанын арттырыу, тел уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу йә иһә ҡайтанан уҡытыу бурысы тора. Башҡорттар йәшәгән райондарҙа әсә телен өйрәнергә балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә теләге бар, әммә педагогтар етешмәй. Өлкәлә нәшер ителгән "Замандаш" берҙән-бер башҡорт-татар гәзите лә финанслау булмау арҡаһында ябылыу хәлендә. Бөгөнгө ултырышта ошо проблемалар яңғыраны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомы рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, Ҡурған өлкәһендә бик күп саралар планлаштырылған. Уларҙың һәр береһе төрлө маҡсатлы аудиторияға иҫәпләнгән. Уның иң мөһимдәре туған телде һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.
Бынан тыш, Ҡурғандан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса аныҡ эштәр алып барыласаҡ.