+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 18:31

Указға үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙары булған кешеләр өсөн мотлаҡ үҙизоляция 11 февралгәсә оҙайтыла.
Кинотеатрҙар, театр-концерт берекмәләре, мәҙәниәт йорттары эшмәкәрлеге өсөн уларҙа санитария-эпидемиология талаптарының ҡәтғи күҙәтелеүе, тамаша залы тулылығы 70 проценттан артмауы шарт.
29 ғинуарҙан төнгө клубтар (дискотекалар) һәм шуның һымаҡ башҡа объекттар үҙ эшен яңыртасаҡ – уларҙың да санитария нормаларын ҡәтғи күҙәтеүе һәм залдарының тулылығы 70 проценттан артмауы мотлаҡ.
Премьер-Лига клубтары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионаты матчтарын үткәреү трибуналар тулылығы 85 проценттан артмағанда рөхсәт ителә. Континенталь хоккей лигаһы матчтарын уҙғарыу өсөн трибуналар тулылығы 70 проценттан артмауы шарт булып тора.
Профессиональ командалар араһында Рәсәй чемпионатының башҡа матчтарын, шулай уҡ бүтән ярыштар һәм спорт сараларын асыҡ һауала трибуналар тулылығы 85 проценттан, бина эсендә иһә 70 проценттан артмаған осраҡта үткәрергә мөмкин.
Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары хәҙер тәүлек әйләнәһенә эшләй ала. Залда бер үк ваҡытта булған кешеләр һанына ҡағылышлы сикләүҙәр бөтөрөлә.
Эш биреүселәр дистанцион режимдағы хеҙмәткәрҙәрҙәр һанын, шулай уҡ эш урынында булыуҙары ойошма өсөн ныҡ мөһим иҫәпләнгән 65 йәштән өлкән йәки хроник ауырыуҙарҙары булған белгестәр һанын үҙ ҡарамағы буйынса билдәләй ала.
Республиканың дәүләт власы органдары һәм муниципалитеттар граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе яңыртырға мөмкин.
27 марттан профилакторийҙар, балалар өсөн һауыҡтырыу, мәктәп алды, хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләй башлай. Уларҙың санитар-эпидемиологик заключениеһы булыуы һәм Роспотребнадзор талаптарын күҙәтеүе зарур. Уларҙы асыуға әҙерләү 1 марттан башлана.
8 февралдән республика студенттары яңынан юғары уҡыу йорттарына барып белем алыуға, йәғни офлайн уҡыуға ҡайта.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: