-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 16:21

Төҙөкләндереү әүҙем бара

Башҡортостанда ихаталарҙы яңыртыу, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, подъездарҙы йүнәтеү эштәре быйыл да әүҙем алып барыласаҡ. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда ихаталарҙы яңыртыу, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, подъездарҙы йүнәтеү эштәре быйыл да әүҙем алып барыласаҡ.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2021 йылда республикала “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә 140 ихата төҙөкләндереләсәк, тип белдерә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Программаға бөтәһе 21 муниципалитет ингән. Уны финанслау күләме 742 миллион һум тәшкил итә.
“Подъездарға комплекслы ремонт” республика программаһын тормошҡа ашырыу ҙа дауам итә. Башҡортостанда 2021 йылда төбәк программаһы сиктәрендә 112 күп фатирлы йортта 306 подъезды яңыртыу планлаштырыла.
Быйылға планға ингән барлыҡ йорттар ҙа үткән йылда тикшерелгән, 2020 йылдың 25 декабрендә подъездарға комплекслы ремонт үткәреү өсөн подряд ойошмаларына аукцион иғлан ителгән.
Быйыл шулай уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала шарттары булдырыу” федераль проектын бойомға ашырыу ҙа дауам итә. Башҡортостанда 130 йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк. Өҫтәлмә рәүештә Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала шарттары проекттары конкурсы сиктәрендә төҙөкләндереү буйынса 13 проект тормошҡа ашырыласаҡ.
Фото БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: