+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 16:10

Шәжәрәләр конкурсы башланды

Башҡортостан Республикаһының милли архивы IV асыҡ “Минең ғаилә тарихы архив документтарҙа” темаһы буйынса ғилми-ғәмәли шәжәрә эштәре конкурсы иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһының милли архивы IV асыҡ “Минең ғаилә тарихы архив документтарҙа” темаһы буйынса ғилми-ғәмәли шәжәрә эштәре конкурсы иғлан итте.
Ул алда торған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға бағышлана.
Конкурс 2021 йылдың 25 ғинуарынан 1 апреленә тиклем бара. Төрлө йәштәгеләр өсөн бүлеп үткәрелә:
- 8 -11 синыфта һәм колледждарҙа уҡыусылар өсөн;
- вуз студенттары һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр өсөн.
Өс номинация ҡаралған:
- “Бәләкәй ватаным халыҡ иҫәбен алыу документтарында”;
- “Ғаилә архивы – шәжәрә асҡысы”;
- “Яҡташым – билдәле шәхес”.
Эштәр 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Уларҙы ебәреү өсөн электрон адрес: [email protected].
Конкурстың шартары менән https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/333193/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: