+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 00:56

Радий Хәбиров республика халҡын прививка эшләтергә саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе тиҙерәк коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтергә саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе тиҙерәк коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтергә саҡырҙы.
“Мин прививканы тәүгеләрҙән булып яһаттым, үҙемде яҡшы тоям, – тип билдәләне ул. – Республикаға әле вакцинаның ҙур партиялары килә. Теләге булғандар хәҙер үк Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша вакцинацияға яҙыла ала. Күпселегебеҙҙә үҙ иммунитетыбыҙ ни тиклем тиҙерәк барлыҡҡа килһә, республика “коллектив иммунитетҡа” шул тиклем тиҙерәк эйә буласаҡ. Һәм шул саҡта беҙ ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтырбыҙ. Иҡтисадта юғалтылғандарҙы ҡыуып етеп, элекке һөҙөмтәләрҙе уҙып китербеҙ”, – тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.
Ул республикала йәшәүселәрҙең вакцинацияға бик етди ҡарауын һораны һәм һәр кемдең был мәсьәләлә яуаплылыҡ күрһәтеүе үтә мөһим булыуын билдәләне.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: