+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 19:38

Милли проект буйынса финанслау өс тапҡырға артыҡ булған

– Үткән йылға йомғаҡ яһағанда, пандемия һәм сикләүҙәр менән бәйле ауырлыҡтарҙы республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһе лайыҡлы үткәрҙе, улай ғына түгел, эшен онлайн форматта уңышлы алып барҙы, тип әйтеп була, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов онлайн-брифинг барышында. Ул 2020 йылда мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

– Үткән йылға йомғаҡ яһағанда, пандемия һәм сикләүҙәр менән бәйле ауырлыҡтарҙы республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһе лайыҡлы үткәрҙе, улай ғына түгел, эшен онлайн форматта уңышлы алып барҙы, тип әйтеп була, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов онлайн-брифинг барышында. Ул 2020 йылда мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Мәҙәниәт өлкәһен финанслау һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек яҡшырған. Быға федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү ҙә булышлыҡ итә.
2020 йылда 335 миллион һум йәлеп ителгән – был 2019 йыл менән сағыштырғанда 1,8 тапҡырға артығыраҡ. "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә был сумма өс тапҡырға артҡан (219,5 миллион һум).
2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының бөтә күрһәткестәре лә үтәлгән. “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театрҙар – балаларға”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” федераль проекттары уңышлы тормошҡа ашырылған. Бөтә проекттар һөҙөмтәһе буйынса һәм муниципаль ҡушыуҙарҙы иҫәпкә алғанда, 2020 йылда һалынған, ремонтланған, яңыртылған мәҙәниәт учреждениелары һаны 403-кә еткән. Уның дөйөм суммаһы 990,643 миллион һум тәшкил иткән. Был ҙур эш мәҙәниәт өлкәһенең төп бурысына – республикабыҙҙың һәр төбәгендә мәҙәниәт учреждениеларына йөрөү мөмкинлеге асылыуына йүнәлтелгән.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: