+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 14:37

Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр йомшартыла башланы

Башҡортостандың ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы ултырышында юғары әҙерлек режимын йомшарта башлау буйынса ҡайһы бер саралар ҡаралды.

Башҡортостандың ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы ултырышында юғары әҙерлек режимын йомшарта башлау буйынса ҡайһы бер саралар ҡаралды.
Мәҫәлән, 29 ғинуарҙан йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына тәүлек әйләнәһенә эшләүгә ҡайтыу рөхсәт ителә.
Мәҙәниәт сараларын һәм спорт ярыштарын үткәргәндә тамашасылар һанына ҡағылышлы үҙгәрештәр бар: хәҙер ул сараларҙы асыҡ һауала трибуналарҙың 85 проценты тулылығында, бина эсендә тамаша урындарының 70 процент тулылығында уҙғарырға мөмкин.
27 марттан балалар өсөн һауыҡтырыу лагерҙары яңынан эшләй башлаясаҡ.
Студенттар 8 февралдән яңынан уҡыу йорттарына барып белем алыуға, йәғни офлайн уҡыуға күсә.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы 11 февралгә тиклем оҙайтыла.
Әлбиттә, әлегә төп хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү: битлек кейеп йөрөү, социаль арауыҡты һаҡлау, биналарҙы санитар эшкәртеү мотлаҡ талап булып ҡала.
Фото "Башинформ"ан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: