-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 12:00

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға индексация тураһында

Бөгөнгө көндә пенсия алған һәм эшләп йөрөгән кешеләргә индексация ҡаралмаған.

Бөгөнгө көндә пенсия алған һәм эшләп йөрөгән кешеләргә индексация ҡаралмаған.
Был хәлде ғәҙелһеҙлек тип баһалай күптәр. Тема йыш ҡына дәүләт власының иң юғары кимәленә сығарыла, ләкин әлегә тиклем аныҡ ҡарар ҡабул ителмәгән.
Журналистар менән сираттағы осрашыуында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песковҡа был турала тағы һорау бирҙеләр, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
“Әлегә мәсьәлә хөкүмәттә ҡарала. Был тема интенсив дискуссиялар талап итә, бөгөнгө көнгә ҡарата уның буйынса уртаҡ фекер юҡ”, - тип белдерә ул.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: