+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 23:33

Елдәк ырыуы йыйын йыйҙы

Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителгән 2021 йылдың тәүге айын ифрат күркәм сара байыта: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башлап ебәрҙе. Тәүге йыйынды Елдәк ырыуы башҡорттары үткәрҙе.

Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителгән 2021 йылдың тәүге айын ифрат күркәм сара байыта: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башлап ебәрҙе. Тәүге йыйынды Елдәк ырыуы башҡорттары үткәрҙе. Сара бөгөн, 29 ғинуарҙа, Борай ауылында уҙҙы.
Елдәк башҡорттары Башҡортостандың бер нисә районында ғүмер итә, шунлыҡтан ҡорға, был ырыуға ҡараған борайҙарҙан тыш, Саҡмағош, Нуриман, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел районы вәкилдәре лә йыйылғайны. Ҡор эшендә эксперттар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр әүҙем ҡатнашты.
Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, былай тине: “Республика күләмендә ойошторолған Ырыуҙар йыйыны тап беҙҙең райондан башланыуына шатбыҙ. Борай ауылы — Елдәк ырыуы башҡорттары йәшәгән төп ауылдарҙың береһе, райондың гербында ла был ырыуҙың тамғаһы урын тапҡан. Елдәк ырыуының ҡайһы бер күренекле вәкилдәре лә Борай районында тыуған, мәҫәлән, филология фәндәре докторы, профессор Ҡасим Әхмәров. Бөтәгеҙҙе лә Борай ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ”.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, йыйында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, бындай ҡорҙарҙың ғәйәт ҙур әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, тыуған яҡты, тамырҙарҙы өйрәнеүҙә оло этәргес булыуын билдәләне. Ул халҡыбыҙҙың үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһыныуы милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалырға ярҙам итеүе, бөгөн, глобалләшеү заманында, бының мөһимлеге бермә-бер артыуы хаҡында һөйләне.
Елдәк ырыуы үҙенең арҙаҡлы шәхестәре: Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, тел белгесе Ҡасим Әхмәров, шағир Мәлих Харис, генетик Эльза Хөснөтдинова һәм башҡа аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары менән дан тота. Йыйынға ошо яҡтарҙа тыуып үҫкән танылған сатирик, республикабыҙ журналистикаһы аҡһаҡалы Марсель Сәлимов та ҡайтҡайны. Уның йөкмәткеле телмәрен, шиғыр һөйләүен яҡташтары алҡыштар менән ҡабул итте.
Сарала Башҡортостандың билдәле ғалимдары ҡатнашты. Салауат Хәмиҙуллин үҙенең сығышында Борай төйәге, Елдәк ырыуы тарихына ентекле туҡталһа, Юлдаш Йосопов башҡорт ырыуҙары карталары, Елдәк ырыуы халҡының йәшәгән биләмәләре тураһында бәйән итте. Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡында һөйләне. Нурислам Ҡалмантаев Елдәк ырыуынан сыҡҡан күренекле, әммә ҡайһы берҙәренең исемдәре онотолоп ҡалған шәхестәр менән таныштырып үтте.
Йыйында Елдәк ырыуы советы булдырылды, уның рәйесе итеп Эльза Шәймиева һайланды.
– Был ҡорҙоң әһәмиәте беҙҙең өсөн бик ҙур. Уны ойошторған Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитетына һәм район етәкселегенә рәхмәт әйтергә теләйем. Беҙ ырыуыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең тарихын белергә, өйрәнергә, ҡәҙерләргә һәм йәштәргә еткерергә тейешбеҙ. Һәм беҙ, халыҡты күберәк йәлеп итеп, ошо эштәрҙе артабан да әүҙем дауам итәсәкбеҙ, – тине Эльза Шәймиева.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: