+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2021, 11:25

Бөйөк артист арабыҙҙан китте

88-се йәшендә СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой вафат булды. Сәбәбе – коронавирус сире.

88-се йәшендә СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой вафат булды. Сәбәбе – коронавирус сире.
Лановойҙы беҙҙең быуын (60-сы йылдар башында тыуғандар) “Офицерҙар” фильмы аша таныны һәм исемен ғүмерлеккә хәтерләп ҡалды.
Артист 1934 йылда Мәскәүҙә тыуа. Б.Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлай. Үҙ ғүмерендә 70-тән ашыу кинофильмда төрлө ролдар уйнай. Киң популярлыҡ яулағандары «Павел Корчагин» (1957), «Алһыу парустар» (1961), «Һуғыш һәм солох» (1965—1968 йй.), «Яҙҙың ун ете мәле» (1973), «Анна һәм Командор» (1974), «Турбиндар көндәре» (1976) фильмдары.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: