+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 19:30

Уҡыусылар квадрокоптер менән эшләргә өйрәнә

Башҡортостанда ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
19 ғинуарҙан Талбазы ауылының 3-сө мәктәбендә “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы ресурстарын ҡулланып дәрестәр үткәрелә, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бер аҙна эсендә балалар 3Д-моделдәр башҡарырға, Ардуино микроконтроллеры нигеҙендә ҡоролмалар конструкцияларға һәм программаларға, Scratch программалау телендә уйындар эшләргә, квадрокоптер программаларға һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәнгән.
“Балаларға яңы һөнәрҙәр өйрәтеү минең өсөн үтә мөһим. Үҙем ауыл мәктәбендә уҡыным, беҙҙең мөмкинлектәр булманы. Ауыл балаларына мәктәп программаһында булмаған нәмәләргә өйрәнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла”, – ти “Гео и Аэроинформатика” йүнәлеше буйынса белем биргән Ирина Сәлмәнова.
“Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы уҡыу йылы барышында 2000-дән ашыу балаға белем бирәсәк. Һуңынан уҡыусылар үҙ проекттарын тәҡдим итә. Иң яҡшылары конкурстарҙа ҡатнашасаҡ.
Проект “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә федераль һәм төбәк ҡаҙналары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Фото БР Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: