-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 12:24

Әсәлек капиталы арттырылды

2021 йылдан әсәлек капиталы арттырылды. Беренсе балаға түләүҙәрҙең күләме 483 881,83 һум буласаҡ.

2021 йылдан әсәлек капиталы арттырылды. Беренсе балаға түләүҙәрҙең күләме 483 881,83 һум буласаҡ.
Ошондай уҡ сертификат ике балалы ғаиләләргә лә тәғәйен. Әгәр ҙә икенсе балалары 2020 йылға тиклем тыуған, ә ата-әсәләләре сертификатты файҙаланмаған икән, улар ҙа ошондай капиталға дәғүә итә ала. Беренсе балаға әсәлек капиталын алып файҙаланғандар, икенсе балаһы тыуһа, йә иһә уны уллыҡҡа алһалар, уларға өҫтәмә дәүләт ярҙамының күләме 155 550 һум тәшкил итә.
Сертификатын файҙаланмаған ғаиләләр өсөн дөйөм сумма 639 431,83 буласаҡ.
Уҙған йылдың апрель айынан әсәлек капиталын алыуға сертификат автоматик рәүештә тапшырыла башланы. Мәғлүмәт хеҙмәтләндереү дәүләт порталына һәр кемдең шәхси кабинетына ебәрелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: