+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 14:33

Республиканың көньяғы ярҙам аласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһендә республиканың көньяҡ райондары халҡына башҡортса өндәште. Унда етәксе, Урал аръяғына ярҙам һәр ваҡыт буласаҡ, тип белдерҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһендә республиканың көньяҡ райондары халҡына башҡортса өндәште. Унда етәксе, Урал аръяғына ярҙам һәр ваҡыт буласаҡ, тип белдерҙе.
-Мин һеҙгә ихлас әйтәм, дуҫтар. Беҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торорбоҙ. Урал аръяғы райондары сәскә атасаҡ.
Ә аныҡ пландарға килгәндә, республиканың көньяҡ төбәге буйынса яңы үҫеш стратегияһы әҙерләнә. Унда транспорт һәм энергетика системаһын нығытыу буйынса мәсьәләләр ҙә индерелгән. Планда "Сибай Сара" тимер юлын төҙөү күҙаллана. Ул Ҡаҙағстан сигенә тиклем йөк ташыуҙы еңеләйтергә тейеш. Сибайҙың үҙендә 500 киловольтлыҡ электр подстанцияһы барлыҡҡа килә.
- Тағы ла 25 социаль объект төҙөлөшө планлаштырыла. Ул мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, ФАП-тар, Аҡъяр ҡасабаһында - бассейн, Баймаҡта - боҙ аренаһы, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Март айында Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһы һәм аҡ цемент сығарыу буйынса "Цемикс" компанияһының заводы сафҡа инә. Ул Урал аръяғында Рәсәй масштабындағы етештереү предприятиеһы булырға тейеш. Йыл һайын унда 200 мең тонна аҡ цемент, 100 мең тонна микрокальцит, 300 мең тонна ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаһын сығарыу күҙ уңында тотола.
Заводҡа әле 5,2 миллиард һумлыҡ инвестиция һалынған, киләсәктә уны 14 миллиард һумға еткереү бурысы тора. Яҡынса 220 эш урыны булдырыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: