+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 12:09

Ленинград блокадаһын өҙөү көнө айҡанлы

1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинград блокадаһын өҙә.

1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинград блокадаһын өҙә.
Немец фашистары тотҡан ҡамау 900 көн дауам итә. Дошман нисек кенә ынтылмаһын, ниндәй генә көс һалмаһын һәм ҡорал ҡулланмаһын Ленинград һаҡсылары тотҡан оборона аша үтеп инә алмай. Аслыҡтан, ҡышҡы һыуыҡтан яфаланған ҡала халҡы эшләй һәм дошман менән йәнен-тәнен аямай батырҙарса алыша. Аслыҡтан ғына 400 меңдән 1,5 миллионға яҡын кеше һәләк була.
Мәскәүҙә, Крелдең Александров баҡсаһында ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән Ленинград герой-ҡала хөрмәтенә ҡуйылған обелисыкка блокаданы өҙөүҙең 77 йыллығы айҡанлы кисә Президент Владимир Путин сәскәләр һалды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: