+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 22:58

"Иң ҡәҙерлеһе – кешеләр ғүмере һәм һаулығы”

“Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе – кешеләр ғүмере һәм һаулығы. Шуға күрә 2021 йылды Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан иттек. Беҙҙең бурыс – үлем осраҡтарын кәметеү”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Ул шулай уҡ дөйөм диспансеризация яңыртылыуы, ковидты профилактикалау һәм дауалау буйынса иң яҡшы тәжрибәләр таралыу алыуы хаҡында ла һөйләне. Республикала ауырып һауығыусыларҙы реабилитациялау программаһы эшләй башлаған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға иғтибар биреләсәк, ғүмер оҙонлоғон арттырыу һәм уның әүҙемлеге өсөн шарттар тыуҙырыу иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Был медицина ярҙамы күрһәтеү генә түгел, һауыҡтырыусы физкультура, ял, ижад, клубтар эшмәкәрлеге, дөйөм алғанда, йәшәү рәүеше лә.
Республикала хоспис, кардиоүҙәктең хирургия корпусын төҙөү дауам итә. Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башлау планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы киләһе йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау башланасағын әйтеп үтте. Үлем осраҡтарын кәметеүгә, медицина ярҙамы сифатын арттырыуға 20 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәген билдәләне.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: