+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 21:11

Благоварҙар сәләмәтлек яҡлы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡатнашлығында Благовар районында урындағы ҡоролтай рәйесе һайланды. Ойошманың рәйесе итеп мәҙәниәт йорто белгесе, "Аманат" башҡорт фольклоры һәм "Ынйылар" татар фольклоры ансмбле етәксеһе Элиза Шәфиева тәғәйенләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш3арма комитеты ҡатнашлығында Благовар районында урындағы ҡоролтай рәйесе һайланды. Ойошманың рәйесе итеп мәҙәниәт йорто белгесе, "Аманат" башҡорт фольклоры һәм "Ынйылар" татар фольклоры ансмбле етәксеһе Элиза Шәфиева тәғәйенләнде.
Кәңәшмәлә Благовар төбәгенән сыҡҡан арҙаҡлы шәхес, генерал Хажиәхмәт Ишбулатовтың исемен мәңгеләштереү буйынса һорау күтәрелде. Быйыл шәхестең тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар буласаҡ, мәктәптәрҙә уның тормошона арналған берҙәм дәрес үтәсәк. Район үҙәге Языково урамдарының береһенә Хажиәхмәт Ишбулатовтың исемен биреү хаҡында тәҡдим индерелде.
Бынан тыш, Благовар районы "Айыҡ ауыл" конкурсында әүҙем ҡатнаша. Райондың Үрге Ҡарғалы ауылы конкурстың район этабында еңеүсе булды. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған матур саралар үткәрҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: