+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 17:00

Белемле булыу һәр саҡ почетта

Башҡортостанда һанлы һәм гуманитар тармаҡлы 813 балалар үҙәге булдырыла. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров парламентҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.

Башҡортостанда һанлы һәм гуманитар тармаҡлы 813 балалар үҙәге булдырыла. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров парламентҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр итте.
Етәксе билдәләүенсә, әле әүҙем рәүештә мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә, балалар тейешле дәүләт ярҙамы ала.
- 2020 йылда балалар баҡсалары төҙөлөшө буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирештек. Беҙ барлығы 25 баҡса төҙөнөк. Бынан тыш, ҡала һәм райондарҙа заманса йыһазландырылған "Үҫеш нөктәһе" гуманитар һәм һанлы үҙәктәр астыҡ. 2024 йылдарға уларҙың һаны 813 буласаҡ. Был үҙәктәрҙә балалар һанлы технологиялар үҙләштерә, командала эшләргә өйрәнә, конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға әҙерләнә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан ғорурлыҡ менән "Йәш профессионалдар" Ворлдскиллс милли Чемпионатының эстафетаһын ҡабул итте. Ул был сараға әҙерлек сиктәрендә хөкүмәткә тәҡдим дә индерҙе. Чемпионатты республика юғары кимәлдә ҡаршы алырға тейеш.
Билдәле булыуынса, чемпионат быйыл республикала үтә.
Уҡыусылар пандемия шарттарында, күп осраҡта дистанцион белем алыуға ҡарамаҫтан, берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға биреүселәр һаны артҡан. Улар уҙған уҡыу йылында 127 кеше булған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: