+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2021, 15:50

2024 йылға Башҡортостан икенсе урынға сығырға тейеш

Һүҙ Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте һәм сауҙа тармаҡтарына ҡуйылған бурыс тураһында бара.

Һүҙ Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте һәм сауҙа тармаҡтарына ҡуйылған бурыс тураһында бара.
Былтыр ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөҙөмтәле эшләне, республика Рәсәйҙең игенгә бай төбәктәренең береһе тигән статусын нығытты. Агропродукцияның күләме 177 миллиард һум тәшкил итте, агросәнәғәт комплексы экспорты бер ярым тапҡырға – 165 миллион долларға тиклем арттырҙы, тине Радий Фәрит улы.
«Юғары уңыш беҙҙең йыллыҡ күрһәткестәр булырға тейеш. Ауыл хужалығы министрлығы алдына 2024 йылға игендең тулайым күләмен 5 миллион тоннаға еткереү бурысын ҡуям. Былтыр аграрийҙарыбыҙ тәүге тапҡыр 10 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алды. Һатып алынған техника һаны буйынса беҙ – иң яҡшы өс төбәк иҫәбендә. Етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм сауҙа ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш итеүен «баҫыуҙан кәштәгә тиклем» принцибы буйынса яйға һалырға кәрәк. Беҙ ошо процесты башланыҡ, эшкәртеү күләме буйынса Волга буйы федераль округында алтынсы урынды биләйбеҙ. 2024 йылға Башҡортостан икенсе урынға сығырға тейеш тигән бурыс ҡуйҙым. Уны хәл итербеҙ, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытырбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: