27 ғинуарға ҡарата республикала коронавирусҡа анализдары ыңғай һөҙөмтә күрһәткән кешеләрҙең дөйөм һаны 23 577-гә еткән. Тәүлек эсендә яңы 167 ауырыу өҫтәлгән. Йәмғеһе 17 763 яҡташыбыҙ сирҙе еңеүгә өлгәшкән. Аҙаҡҡы тәүлектә 172 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан.
Әлеге мәлдә COVID-19-ҙан дауаланыусылар – 5 636. 5 152-һе табип тәғәйенләгән дауаны өйөндә алһа, 484-е стационарҙа ята. 54 ауырыу ауыр хәлдә, 18-ен яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Коронавирус аяуһыҙлыҡ күрһәтеүен дауам итә: тәүлек эсендә ул йәнә ике яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Шәфҡәтһеҙ инфекция арҡаһында өҙлөгөүҙәрҙән донъя ҡуйыусылар 178 булып китте.
Кисәле-бөгөнлө дауахананан тыш пневмония 280 сирлелә асыҡланған, унан һауығыусылар – 254.