+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 17:05

Ноутбук – Ейәнсура районына, ә һыуытҡыс Ҡырмыҫҡалыға юллана

Бөгөн “Сәләм” тапшырыуында 2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында үткәрелгән “Яҙыл һәм от!” акцияһына йомғаҡ яһалды. Ноутбук, телевизор, һыуытҡыс һәм башҡа ҡыйбатлы бүләктәр үҙ эйәләрен тапты.

Бөгөн “Сәләм” тапшырыуында 2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы барышында үткәрелгән “Яҙыл һәм от!” акцияһына йомғаҡ яһалды. Ноутбук, телевизор, һыуытҡыс һәм башҡа ҡыйбатлы бүләктәр үҙ эйәләрен тапты.
Шулай итеп:
  • Ноутбук Ейәнсура районынан Ваһапова Юлиә өлөшөнә төштө. Ул “Аманат” журналына һәм “Ейәнсура таңдары” район гәзитенә яҙылған;
  • Электр самокатын Әбйәлил районынан Йәшлек” һәм “Осҡон” гәзиттәрен яратып уҡыған Дәминдәрова Зөһрә отто;
  • Һыуытҡыс Ҡырмыҫҡалы районынан “Кармаскалинская новь” һәм “Үҙән” гәзитәренә яҙылған Г. Абдуллинаға юллана;
  • Ҡар таҙартҡыс машина Баймаҡ районынан Ҡотлоғужина Зиләгә тейҙе. Ул “Йәшлек” һәм “Һаҡмар” гәзиттәрен хуш күрә;
  • Телевизор Ғәфүри районынан “Өмөт” һәм “Табын” гәзиттәренә өҫтөнлөк биргән Х.Яҡуповаға сыҡты.
  • “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән уйын джерсиһын Борайҙан Л.Р. Нафиҡова кейеп йөрөйәсәк. Ул “Аҡбуҙат” журналы һәм “Алға” район гәзите алдырта.
  • “Өфө” футбол клубының уйынсылары автографтары менән футболкаға М. Шәмсетдинова ҡыуаныр. Ул йәшәгән урынын күрһәтмәгән. Үҙе “Республика Башҡортостан”, “Алға” һәм “Йәнтөйәк” гәзиттәрен уҡый.
  • Акцияны ойоштороусылар күләме ҙур бүләктәрҙе отоусыларҙың өйөнә тиклем алып барып ҡуйырға вәғәҙә итә.
    1 февралдән 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы башлана. “Яҙыл һәм от!” акцияһы тағы үткәреләсәк. Башҡа баҫмалар менән бер рәттән “Башҡортостан ҡыҙы” журналына ла яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар.
    Автор:Рәсүл Байгилдин
    Читайте нас: