+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 14:01

Мәшһүр ҡурайсыға - 65

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡоловҡа 65 йәш тула.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡоловҡа 65 йәш тула.
Азат Миңнеғәли улы Айытҡолов Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуған. Ул 1978 йылдан алып Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-инструменталист булып эшләй.
Халыҡ фольклоры белгесе, оҫта ҡурайсы, остаз булған Азат Айытҡоловтың республика сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның ҡатнашлығындағы һәр ҡурай байрамы, мәҙәни саралар - үҙе бер ҙур мәртәбә. Юҡҡа ғына уны "беренсе һанлы ҡурай" тип йөрөтмәйҙәр.
Башҡорт сәнғәтенә, уның мәшһүр музыка ҡоралы ҡурайға булған һөйөүе - Азат Айытҡоловты арҙаҡлы шәхес кимәленә күтәрҙе. Уның башҡарыуындағы таныш һәм һирәк осрай торғай ҡурай моңдары халҡыбыҙ мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә. "Буранбай", "Хисам", "Сыңрау торна", "Ҡаһым түрә" көйҙәрендә халҡыбыҙҙың бөтә тарихы сағыла, данлы юлы ярылып ята.
Азат Айытҡолов Өфөлә йәшәй, ул ҙур ғаилә башлығы ла. Ҡурайсының өс улы, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре, хатта бер бүләсәре лә бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: