+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2021, 11:45

Легендар спортсының тыуыуына 80 йыл

Бөгөн легендар спортсы, боҙҙа мотоуҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадыровҡа 80 йәш тулған булыр ине.

Бөгөн легендар спортсы, боҙҙа мотоуҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадыровҡа 80 йәш тулған булыр ине.
Бөйөк спортсы Мәскәү өлкәһендәге Шатура ҡалаһында тыуа. Атаһы Фәйзрахман әсәһе Ғәсимә менән унда Башҡортостандан комсомол төҙөлөшөнә барған була. Атаһы һуғыштан ҡайтмай.
Һуғыштан һуң Ҡадыровтар Белорет ҡалаһында йәшәй. 1947 йылда Ғабдрахман Өфөгә килә һәм мотоспорт менән шөғөлләнә башлай. 1962 йылда РСФСР беренселегендә бронза миҙалы яулай, 1964 йылда Европа чемпионы була.
Донъя кимәлендәге тәүге еңеүҙе 1966 йылда яулай. Ул Башҡортостанда шәхси ярыштарҙа иң юғары һөҙөмтәләргә ирешкән тәүге спортсы булараҡ та тарихҡа инә. Чемпион исемдәрен Ғабрахман Ҡадыров 1968, 1969, 1971, 1972, 1973 йылдарҙа тағы раҫлай.
П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физкультура институтын тамамлай. Спорттан киткәс, комментатор, арбитор була, 1982 – 1993 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт филармонияһында администратор вазифаһын башҡара. «Я выбираю лед» һәм «Трудные кольца спидвея» тигән китаптар авторы.
1993 йылдың 31 июлендә инсульттан мәрхүм була. Өфөлә мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: